Башҡортостан Республикаһы Борай районы муниципаль районы “Ҡайынлыҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәҡсүтова Зөлфиә Миҙхәт ҡыҙының"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - 2019" конкурсы материалдары.

 

 

Дөйөм мәғлүмәттәр.

 

1. Фамилияһы, исеме, атаһының исеме: Мәҡсүтова Зөлфиә Миҙхәт ҡыҙы

2. Вазифаһы: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

3. Тыуған йылы, айы, көнө: 1970 йыл 20 июнь

4. Уҡыу йорто, тамамлаған йыл: Бөрө Дәүләт педагогия институты, 1993 йыл.

5. Диплом буйынса һөнәре: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

6. Педагогик эшмәкәрлек башланған ваҡыт: 1993 йыл, Борай районы Ҡолай ауылы.

                                                               2017 йыл , Борай районы Ҡайынлыҡ ауылы.

 

Минең методик темам:

 

“Дәүләт теле булараҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә белем сифатын үҫтереү маҡсатында Learning Apps программаһын ҡулланыу ”

 Йөкмәткеһе:

1. Үҙем тураһында һүҙем.

2. Фәнни-методик һәм инновацион эшмәкәрлегем. 

 

     Мин, Мәҡсүтова Зөлфиә Миҙхәт ҡыҙы,Ҡайынлыҡ ауылы  урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

         1970 йылдың 20 июнендә йәмле йәй көнөндә Ауырғазы районы Төрөмбәт  ауылында донъяға килгәнмен. Йәй көндәрендә ҡыҙарып бешкән еләкле болондары, ҡуйы урмандары, борғаланып аҡҡан Өршәк йылғалары күңелгә яҡын, йәнгә дауа булып тора.Төрөмбәт урта мәктәбендә урта белем алдым. Уҡытыусы булыу ине баласаҡтан уй−хыялым, хыялыма ирештем 1993 йылда Бөрө институтын тамамланым.

      Минең яратҡан шөғөлдәрем.

  

        Халҡыбыҙҙың  йолалары бик күп. Шуларҙың береһе – кис ултырыу. Кис ултырыуҙар, ҡул эш­тәре эшләү, йырҙар йырлау ҡыҙ баланы тәр­биәләүҙә оло әһәмиәткә эйә. Ҡул эш­тәре аша ҡыҙ­ҙар үҙенең ныҡышлығын, түҙемлелеген, уңғанлы­ғын үҫтергән,төрлө һө­нәргә өй­рәнгән улар: әсәй­ҙән күр­гән – тун бескән, атайҙан күргән – уҡ юнған. Бәлә­кәйҙән балаға иғтибар юға­ры булған, тиер инем, сөн­ки ололар үҙҙәре менән бергәләп эш эшләргә, уның мәғәнәһенә төшөнөргә, башлаған эштең осона сы­ғырға өйрәткәндәр. Өлә­сәйҙәребеҙ – кейеҙ баҫҡан, балаҫ һуҡҡан, шәл бәйләгән, белгәнен бала­ла­рына өйрәтергә тырыш­ҡан. Шуға күрә беҙҙең оло быуын ҡатын-ҡыҙҙары әү­ҙем дә, уңған да булған. Бер-береһенә мөнәсәбәт­тәре лә йылы, яғымлы, ихтирамлы.
         Буш ваҡытта әллә күпме файҙалы әйберҙәр яһап, үҙеңде һәм әйләнә-тирә­ләге кешеләрҙе зауыҡлы әйберҙәр менән ҡыуандырыу мөмкинлеге бар. Минең яратып башҡарған эштәрем ашарға бешереү һәм ҡул эштәре менән шөғөлләнеү.  Ашарға бешереү серҙәре ҡыҙыма ла күсте. Ялға ҡайтҡан  көндәрендә икәүләп тел йоторлоҡ тәмлекәстәр бешереп алабыҙ.

    Смотр фестивалдәрен, “Шәжәрә” байрамдарын, һабантуйҙарҙы алып барыусы..

  

     Мәҙәниәт йортонда ойошторолған концерттарҙа, хорҙа ҡатнашыуым.

Профессиональ конкурста ҡатнашыуым

 

 

Эссе "Мин укытыусы" [Скачать]