Әҫәрҙе анализлау варианттары [Скачать]

Инша темалары

4-се класс:

1. Әсәм теле – сәсән теле.

2. Көҙгө тәбиғәт.

3. Минең дуҫым.

4. Һөнәрле кеше үлмәҫ, һөнәрһеҙ көн күрмәҫ.

5. Әгәр мин режиссер булһам...

Викторина

Башҡорт теле

1. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен һанап яҙ.

2. Бирелгән һүҙҙәр араһынан башҡорт һүҙҙәрен генә яҙып алығыҙ.

Ҡартлас, поход, офоҡ, һуҡмаҡ, ҡыяр, лагерь, игенсе, емеш, план, борғо, помидор, хеҙмәт, герой, баҫыу, рюкзак, сәйәхәт.

3. Бирелгән һүҙҙәрҙән дөрөҫ һөйләмдәр төҙөп яҙ.

а) Йәшәйем, мин, ҡалаһында, Өфө.

б) Күп, заводтар, Өфөлә, фабрикалар.

в) Бар, унда, һәм, театр, алты, юғары, уҡыу, йорттары.

4. Нимә ул антоним? Билдәләмәһен яҙ. Түбәндәге һүҙҙәрҙең антонимдарын яҙ.

Оҙон- яҡшы- ауыр- килеү- ҡыш- аҡ-

5. Һүҙҙәрҙәге хаталарҙы төҙәтеп яҙ.

Ҡуйан, ҡойаш, беек, Наиль, Ильдар, Ильһам, йегерме, барып киль, югерә.

 

Башҡорт әҙәбиәте

1. Башҡорт халыҡ әкиәттәре йөкмәткеләре буйынса ниндәй төркөмдәргә бүленә? Һанап яҙ.

2. Был юлдар ниндәй шиғырҙан? Авторы кем?

Әсәм теле миңә сәсән теле,

Унан башҡа минең халҡым юҡ:

Йөрәгендә халҡы булмағандың,

Кеше булырға ла хаҡы юҡ.

3. Мәҡәлдәрҙе дауам итеп яҙығыҙ.

а) Кешегә соҡор ҡаҙма-...

б) Бер һынағанды...

в) Ялҡауға үгеҙ үлһә – ит...

4. Күршеләргә ҡунаҡ килгән,

Инде ни хәл итәйем?!

Бирелгән юлдар ниндәй башҡорт халыҡ йырынан?

5. Нимә ул сағыштырыу? Ул күберәк ниндәй һүҙҙәр һәм ялғауҙар ярҙамында бирелә?