20:29
Визит карточкаһы

Минең исемем, фамилиям: Мәҡсүтова Зөлфиә Миҙхәт ҡыҙы

Тыуған йылым: 20.06.1970

Башҡарған вазифам: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Эш урыным: Борай районы Ҡайынлыҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбе 

Телефоным: +7 (999) 62 29 756

Email: maxiutova.z@yandex.ru

Белемем: юғары, Бөрө дәүләт педагогия институты, 1993 йыл

Педагогик эш стажым: 20 йыл

Шөғөлөм: сәскәләр үҫтереү, бәйләү

 

 

Йәйге елдәр сәләм биреп,

Ер ҡойонғас йәшеллеккә..

Матур Төрөмбәт ауылында

Мин тыуғанмын был донъяға.

 

Зөлфиә тип исем биргән

Атай-әсәй мине һөйөп.

Изге теләк теләгәндәр

Бәхетле бул, балам, тиеп.

 

Атай-әсәй абруйлы

Кешеләре ауылымдың.

Туғандарым – ғорурлығым

Уларға мин гел һоҡландым.

 

Төрөмбәтемдә  белем алдым,

Тамамланым урта мәктәп.

Уҡытыусы апайҙарым

Тора ине гелән маҡтап.

 

Ауылымдың хозурлығы

Илһам бирҙе күңелемә.

Изге уйлы кешеләре

Хистәр һалды йөрәгемә.

 

Уҡытыусы булыу ине

Бала саҡта уй-хыялым.

Һәм ирештем хыялыма,

Институт тамамланым.

 

Яуаплы һәм изге һөнәр

Һайлағанға үкенмәйем,

Балаларға белем биреү

Бәхет ул тип иҫәпләйем.

 

Ғаиләм минең – ҡәлғәм минең,

Үҫеп килә ҡыҙым ,улым.

Тәүфиҡ менән үтһә ине

Икеһе лә тормош юлын.

 

Һағынып ҡайтыр кешем дә бар,

Ул һәр ваҡыт миңә терәк.

Шуға уңа һәр эшем дә,

Ауырлыҡтар килә һирәк.

 

Бөгөн Ҡайынлыҡ мәктәбендә

Балаларға белем бирәм.

Йәшәүемдең асылын да

Балаларға бәйле күрәм.

 

Балаларҙа туған телгә, илгә

Ҡыҙыҡһыныу, һөйөү уятам.

Дәрестәрҙә, тема аңлатҡанда

Күргәҙмәлектәр ҙә ҡулланам.

 

Гелән генә мәктәп тормошонда

Ҡайнап үтмәй минең ғүмерем.

Курстарҙа булам, белем алам,

Ғүмер буйы уҡыу - фиғелем.

 

Бәйгелә лә ҡатнашыуым бөгөн

Белгәнемде һеҙгә еткереү.

Башҡаларҙың оҫталығын күреү,

Дуҫтарымдың һанын арттырыу.

 

Просмотров: 571 | Добавил: maksytowa10 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar